12:09 (UTC+5), 19 Июня 2024

Башҡортостанда 2024-2030 йылдарға иҫке фондтан күсереү программаһы раҫланды

Элина Әхмәтова

Башҡортостанда алдағы ете йылда авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса яңы адреслы программа раҫланды. Мәсьәлә хөкүмәт ултырышында тикшерелде. Республика хөкүмәте премьер-министры һүҙҙәренсә, Башҡортостан 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡтан күсереү республика программаһын ваҡытынан алда тамамланы.

 — Финанслау күләме — 1,7 миллиард һумдан күберәк. 213 күп фатирлы йорттан, йәғни 60 мең квадрат метрҙан ашыу авария хәлендәге торлаҡтан кешеләр күсерелде, — тип хәбәр итте Андрей Назаров.

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрлығы етәксеһе Артём Ковшов 2024-2030 йылдарға иҫәпләнгән һәм «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған яңы адреслы программа тураһында хәбәр итте.

Исемлектә майҙаны 227 мең квадрат метрлыҡ 565 күп фатирлы йорт бар.

«Программаны алты этапта тормошҡа ашырыу планлаштырыла. 2024 йылда беренсе этап буйынса 134,2 миллион һум күләмендә аҡса ҡаралған. 2024 йылдың аҙағына тиклем Рәсәй хөкүмәте күсереүҙең киләһе этаптарына финанс ярҙамы күрһәтеү шарттарын әҙерләй», — тине Артем Ковшов.

Премьер-министр төҙөлөш һәм архитектура министрлығына 2024-2025 йылдарҙа этапты тормошҡа ашырыу өсөн субсидия алыуға Биләмәләрҙе үҫтереү фондына ғариза бирергә, финанс министрлығына киләһе йылдарҙа граждандарҙы күсереүҙе берлектә финанслауға аҡса бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-06-19/v-bashkirii-utverdili-programmu-rasseleniya-vethogo-fonda-na-2024-2030-gody-3815009

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика