09:38 (UTC+5), 14 Июня 2024

Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының элекке етәксеһе Яна Гайдукты вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләйҙәр

Фото: Яна Гайдук/vk.com
Ләйсән Закирова

Республика йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының элекке рәйесе Яна Гайдукты Йәштәр йорто — «Йэшлек хаус»ты ремонтлау эштәрен башҡарған ваҡытта вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләйҙәр.

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йылда Гайдук, конкурс процедураларын, шулай уҡ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау тураһында нормаларҙы боҙоп, Пушкин урамындағы Костерин һәм Черников йортон төҙөкләндереү өсөн подрядсы ойошма менән үҙ аллы килешеү төҙөгән. Үҙ вазифаһынан файҙаланып, республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәрҙең башланғыстарына ярҙам үҙәге етәкселеген үҙе эҙләп тапҡан подряд ойошмаһы менән эшләргә, формаль рәүештә конкурс процедураларын үткәрергә, килешеү төҙөргә һәм һайлап алынған подрядсыға башҡарылған эштәр өсөн республика бюджетынан бүленгән 5,2 миллион һумдан ашыу аҡса түләргә мәжбүр иткән.

Суд 9 авгусҡа тиклем уны өйҙә һаҡ аҫтында ҡалдырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ Яна Гайдуктың фатирында һәм эш урынында тентеү үткәреүҙәре билдәле булды. Ә йыл башында ул үҙ теләге менән дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын ҡалдырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-06-14/eks-rukovoditelya-goskommolodezhi-yanu-gayduk-obvinyayut-v-prevyshenii-polnomochiy-3809709

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика