

Бөгөн, 11 июндә, Радий Хәбиров республика Башлығын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн Үҙәк һайлау комиссияһына документтар тапшырҙы.
Һайлау комиссияһына ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов һәм кандидаттың финанс вәкиле Максим Ульчев менән килде. Уның документтарын республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов һәм уның ике урынбаҫары ҡабул итте. Һайлау комиссияһында билдәләүҙәренсә, ул — Башҡортостан башлығын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн ғариза биргән тәүге кандидат.
«Халыҡ мине хуплармы, был минең өсөн бик мөһим, сөнки беҙ биш йыл буйына кешеләр тейешенсә баһалаһын һәм эшебеҙҙән ҡәнәғәт булһын тип эшләнек. Был һәр ваҡыт тулҡынландырғыс һәм яуаплы. Тиҙҙән башҡа кандидаттарҙың, башҡа сәйәси партияларҙың ғариза биреүен көтәбеҙ, бәлки, үҙ-үҙҙәрен тәҡдим итеүселәр булыр», — тине Радий Хәбиров.
Максим Ульчев ойоштороу эше, документтарға бәйле процедуралар менән шөғөлләнә, тип өҫтәне ул. Уның һүҙҙәренсә, хәҙер һайлау штабын ойоштороу башлана.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығын һайлау 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үткәрелә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.