

7 июндә XXVII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй төбәктәрендә Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Уны йыл һайын Стратегик башланғыстар агентлығы эшҡыуарҙарҙың фекеренә таянып төҙөй.
2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан, үҙенең күрһәткесен бер урынға яҡшыртып, Мәскәү өлкәһе һәм Төмән өлкәһе менән өсөнсө урынды бүлеште. Рейтингтың тәүге ике баҫҡысын Мәскәү һәм Татарстан биләй. Башҡортостан беренсе тапҡыр рейтингта өсөнсө урынды алды.
Ил субъекттары араһында Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы 2014 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса төҙөлә. Рейтинг бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса төбәктәрҙең эшен баһалай. Рейтинг методологияһы бизнестың фекере менән ҡыҙыҡһыныуҙы һәм статистика мәғлүмәттәрен анализлауҙы күҙ уңында тота. Һөҙөмтәләр йыл да Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иғлан ителә.
Башҡортостан Милли рейтингта 2015 йылдан ҡатнаша һәм дүртенсе йыл рәттән Рәсәйҙең иң яҡшы биш төбәге иҫәбендә.
2019-2023 йылдарҙа финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә төп капиталға инвестициялар күләме 52,9% артҡан.
2023 йылда инвестициялар күләме 620 миллиард һум, йәғни 2022 йылға ҡарата 107,6% тәшкил иткән, шуның 364,7 миллиард һумы (58,8%) – ҙур һәм уртаса ойошмаларҙың инвестициялары. 2024 йылдың беренсе кварталында иһә 104,9 миллиард һум, 2023-төң беренсе кварталына ҡарата 124,2%.
2024 йылдың 29 майына ҡарата Башҡортостан Республикаһының Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә 361 инвестиция проекты индерелгән.
2018 йылдың октябренән Башҡортостан Инвестиция комитетының «Инвестиция сәғәте» форматында 151 ултырышы үткәрелгән, унда дөйөм күләме 1 триллион һумдан ашыу тәшкил иткән 626 инвестиция проекты ҡаралған.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.