06:31 (UTC+5), 05 Июня 2024

«Берҙәм Рәсәй» Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығын һайлауға кандидат итеп күрһәтте

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Ғиззәтуллин

«Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһенең партия конференцияһында делегаттар Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы һайлауҙа кандидат итеп раҫланы.

«Берҙәм Рәсәй»ҙең генераль советы секретары урынбаҫары Сергей Перминов Башҡортостанда бик күп партия проекттарының тормошҡа ашырылыуын билдәләне.

«Яңы саҡырыуҙарға ҡарамаҫтан, республика үҫешә. Республика биләмәһендә биш йыл буйына халыҡ программаһы тормошҡа ашырыла. Һеҙ халыҡҡа хеҙмәт иткән меңләгән объект төҙөнөгөҙ һәм ремонтланығыҙ. Миңә бөгөн коллегаларым «Патриот» паркын, төҙөлөп ятҡан Көрәш үҙәген күрһәтте. Донъя кимәлендәге объекттар. Беҙ Федерация Советында һәм Дәүләт Думаһында башҡа субъекттарға был тәжрибәне үҙләштерергә тәҡдим итербеҙ, сөнки ул илдә киң таратыуға лайыҡ. Радий Фәрит улын Президент хупланы. 8 сентябрҙә кандидатыбыҙ ғәҙел еңеү яулаһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ», - тип билдәләне ул.

Егеттәребеҙгә иҫән-һау ҡайтырға ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк, тине Радий Хәбиров партия конференцияһында.

«Ауыр хәрби юлда уларға аҙым һайын ярҙам күрһәтелергә тейеш. Тағы ла, Башҡортостанда тормош яҡшыраҡ булһын өсөн. Шәп дауаханалар һәм поликлиникалар булһын, балалар шәп мәктәптәрҙә белем алһын өсөн. Улар Башҡортостанда йәшәүе менән ғорурланһын өсөн», - тип өҫтәне ул.

Журналистар менән аралашҡанда Радий Хәбиров ни өсөн Башҡортостан Башлығын һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһынан ҡатнашырға һәм киләсәктә ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеүгә иғтибарын йүнәлтергә йыйыныуы хаҡында һөйләне.

– Мин һәр ваҡыт партияға етди һәм яуаплы ҡараным, «Берҙәм Рәсәй» һәр саҡ үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ ала. Был бик яҡшы сифат. Сәйәсмән булараҡ мин дә ошо партияла үҫкәнмендер,  тип әйтә алам. Уның төбәк бүлексәһенә ышанам, - тине Радий Хәбиров. - Шул уҡ ваҡытта бурысым партия мәнфәғәттәрен яҡлап ҡалыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Республика Башлығы булғас, мин бар халыҡтың, сәйәси көстәрҙең мәнфәғәттәрен яҡларға тейешмен. Был бик мөһим мәл.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-06-04/edinaya-rossiya-vydvinula-radiya-habirova-kandidatom-na-vybory-glavy-bashkirii-3798200

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика