
Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев уҙған ултырышта Ҡоролтай депутаттарының республика Башлығын һайлауҙы уҙғарыу өсөн өс көнлөк форматты раҫлауы тураһында иҫкә төшөрҙө. Һайлау 6-8 сентябрҙә ойошторола.
«Һайлау, бынан алдағылары кеүек үк, юридик күҙлектән яҡшы үтер, тигән ышаныс белдерә депутаттар. Бының өсөн тейешле шарттар бар», - тип билдәләне парламент спикеры.
Республика халҡы Башҡортостан Башлығын, шулай уҡ ҡала һәм район округтарына депутаттар һайлай, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Ул муниципалитет башлыҡтарына махсус хәрби операция ветерандарының кандидатураһын күрһәтергә ҡушты.
«Иғтибарығыҙҙы шуға йүнәлткем килә: депутаттар араһында мотлаҡ хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙәр булһын ине. Унда Ватанды һаҡлаған һәм ысын илһөйәрлектең нимә икәнлеген яҡшы аңлаған аҡыллы кешеләр бик күп. Шуға күрә улар һәр муниципалитетта булырға тейеш», - тине Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.