Бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә барған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө мэры бойороғо менән Рөстәм Хәмитовтың Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеүе хаҡында белдерҙе.
«Һеҙҙе күптән беләбеҙ, һеҙ коммуналь өлкә һәм баш ҡаланы төҙөкләндереү менән әүҙем шөғөлләндегеҙ. Яңы вазифала уңыштар теләйем», - тине Радий Хәбиров.
«Башинформ» 2022 йылдан Орджоникидзе районы хакимиәтен етәкләгән Альберт Маликовтың үҙ вазифаһын ҡалдырыуы тураһында хәбәр иткәйне.