

Ташкентта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашты. Яҡтар артабан берлектәге эш йүнәлештәрен тикшерҙе.
Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында ике яҡлы тауар әйләнешенең тарихта иң яҡшыларҙың береһе булыуын билдәләне. Үзбәкстан Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә бишенсе урынды биләй.
«Шул уҡ ваҡытта үҫеш өсөн ҙур мөмкинлек бар икәнен күрәбеҙ, — тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы. — Сауҙа мөнәсәбәттәрен үҫтереү менән бер рәттән сәнәғәт кооперацияһын формалаштырырға ынтылабыҙ. Ташкент өлкәһендә берлектәге технопарк асырға йыйынабыҙ. Уны ойоштороу форматтарының береһе — Үзбәкстан биләмәһендә үҙебеҙҙең «Алға» махсус иҡтисади зонаһы филиалын асыу. Бизнес эшенә лә булышлыҡ итәсәкбеҙ. Үзбәк эшҡыуарҙары Благовещенда автомобиль транспорты өсөн газ баллондары етештерә башларға ниәтләй. Газ-мотор яғыулығы баҙарының үҫеүенә бәйле был продукцияға ихтыяж ҙур. Беҙ республика делегацияһы составына Үзбәкстан баҙарына сығырға әҙер булған компания етәкселәрен дә индерҙек».
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, уҙған ике йылда әүҙем эш Үзбәкстан менән мөнәсәбәттәрҙең яңы этабын үҫтереү өсөн яҡшы база әҙерләне. Ташкентҡа сәфәр йомғаҡтары буйынса республика үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу буйынса яңы килешеүҙәргә өлгәшә алыр, тип ышана Башҡортостан Башлығы.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.