12:18 (UTC+5), 27 Мая 2024

Башҡортостан делегацияһы Ташкенттағы иң ҙур технопарктарҙың береһендә булды

Сергей Николаев

27 майҙа Үзбәкстанға сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ташкенттағы технопаркта булды. Был Үҙәк Азияла иң ҙур сәнәғәт майҙансыҡтарының береһе иҫәпләнә.

«Технопарк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2019 йылда элекке авиация предприятиеһы биләмәһендә ойошторолған. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бында донъяның алдынғы  етештереүселәре менән партнерлыҡта 16 юғары технологиялы производство асылған. 450 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда төрлө тармаҡтан биш меңдән ашыу белгес технопарк биләмәһендә сәнәғәт кондиционерҙары һәм һыуытыу системалары, лифттар һәм эскалаторҙар, һыу насостары, газды иҫәпләү приборҙары, һыу йылытыу ҡаҙандары, көнкүреш һәм сауҙа өсөн һыуытҡыстар, кер йыуыу машиналары, мебель өсөн фурнитура һәм башҡа продукция сығара.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров технопарктың эшен ойоштороу һәм уның биләмәһендә эшләгән производстволарҙың үҙенсәлектәре менән танышты. Сәнәғәт майҙансығының эш тәжрибәһен Ташкент өлкәһендә Башҡортостан-Үзбәкстан технопаркын сафҡа индереү өсөн файҙаланыу күҙаллана. Бынан тыш, киләсәктә республикабыҙҙа ла ошондай майҙансыҡ булдырырға ниәтләйҙәр.

– Технопарктар – иҡтисадты үҫтереү өсөн һөҙөмтәле ҡоралдарҙың береһе, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Башҡортостан биләмәһендә яңы технопарктар селтәрен әүҙем үҫтерәбеҙ, яңы резиденттарҙы ҡабул итәбеҙ. Шуға күрә бындай эш форматын киңәйтергә кәрәк.

Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға сәфәре йомғаҡтары буйынса потенциаль инвестиция проекттары пулын булдыра башлайҙар. Уларҙың продукцияһына сит ил баҙарында ла ихтыяж булырға тейеш.

«Башинформ» Радий Хәбировтың Үзбәкстандың сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары менән осрашыуы тураһында ла хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-05-27/delegatsiya-bashkirii-posetila-v-tashkente-odin-iz-krupneyshih-tehnoparkov-3787327

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика