

Федерация Советы алимент буйынса бурыслылар реестрын булдырыу законын бер тауыштан хупланы. Документ бәлиғ булмаған балаларҙы йәки 18 йәше тулған эшкә һәләтһеҙ балаларҙы йә иһә эшкә һәләтһеҙ ата-әсәләрҙе ҡарауға аҡса түләмәгән өсөн административ йәки енәйәт яуаплылығына тарттырылған, алимент буйынса бурыслылар хаҡында мәғлүмәттәрҙе индереүҙе күҙ уңында тота.
Федерация Советының телеграм-каналында хәбәр ителеүенсә, алимент буйынса бурыслыларҙың айырым реестры Федераль суд приставтары хеҙмәтенең башҡарма производстволары мәғлүмәттәре банкының бер өлөшө булып тора. Түләмәүселәрҙе эшкә урынлаштырыу тураһында көнүҙәк мәғлүмәт алыу өсөн Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте автоматик рәүештә дәүләт власы органдарынан һәм бюджеттан тыш дәүләт фондтарынан тейешле мәғлүмәт һорап алыу хоҡуғы бирелә. Бынан тыш, бурыслыға бер тәүлек эсендә реестрға индереү йәки унан сығарыу тураһында хәбәр ителергә тейеш.
«Башинформ» Башҡортостанда әсәнең балаларына 1 миллион һум алимент йыйылыуы тураһында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.