Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Май 2024, 10:21

Дәүләт Думаһы Рәсәй хөкүмәте вице-премьерҙары кандидатураларын раҫланы

РИА Новости
Фото: РИА Новости

Дәүләт Думаһы премьер-министр урынбаҫарҙарының кандидатураларын раҫланы, тип хәбәр итә федераль киң мәғлүмәт саралары. Улар унау: етәүһе үҙ вазифаһын һаҡлап ҡалды, өсәүһе — яңы.

Денис Мантуров беренсе вице-премьер вазифаһына тәғәйенләнде. Ул сәнәғәт һәм сауҙа министры вазифаһын бушатты, уның урынына Калининград өлкәһе губернаторы Антон Алиханов тәҡдим ителде.

Хөкүмәт рәйесенең икенсе яңы урынбаҫары  — ауыл хужалығы министры булып эшләгән Дмитрий Патрушев, ә үҙенең урынына урынбаҫары Оксана Лутты ҡалдыра.

Хөкүмәттә өсөнсө яңы кеше — транспорт министры вазифаһын биләгән Виталий Савельев. Уның вазифаһына Хабаровск крайы губернаторы Михаил Дегтярёв тәҡдим ителә.

Башҡа ете вице-премьер: Татьяна Голикова, Марат Хөснуллин, Дмитрий Чернышенко, Дмитрий Григоренко, Александр Новак, Алексей Овчарук, Юрий Трутнев үҙ вазифаларын һаҡлап ҡалды.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-05-13/gosduma-utverdila-kandidatury-vitse-premierov-pravitelstva-rossii-3764018

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас