Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Май , 13:00

Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Ҡыйғы районы хакимиәте етәксеһе Зөһрә Гордиенко республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.

«Һеҙгә Ҡыйғы районындағы эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Иртәгәнән яңы вазифала эшкә тотоноуығыҙҙы һорайым. Хәҙер заявка биреү кампанияһы бара. Туризм һәм эшҡыуарлыҡ - беҙҙең өсөн мөһим йүнәлеш. Һеҙ унда ла ең һыҙғанып эшләрһегеҙ тип ышанам», - тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-05-13/i-o-ministra-turizma-i-predprinimatelstva-bashkirii-naznachena-zuhra-gordienko-3763078

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: