Бөгөн Дәүләт Думаһында хөкүмәт рәйесе урынбаҫарҙары кандидатураларын ҡарайҙар. Процедура алты сәғәттән ашыу дауам итә, сөнки һәр кандидат депутаттар алдында сығыш яһай, һуңынан һорауҙар, профилле комитеттан сығыштар көтөлә, тине Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Михаил Мишустиндың Рәсәй хөкүмәте рәйесе вазифаһына раҫланыуы хаҡында яҙғайны. Тауыш биреүҙә ҡатнашҡан 432 депутаттың 375-е Мишустиндың кандидатураһын яҡланы, 57 депутат тауыш биреүҙән тыйылды, ҡаршы тауыш биреүселәр юҡ.