11:45 (UTC+5), 07 Мая 2024

Башҡортостанда транспорт министры вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде

Фото: «Подслушано в Башкирии» телеграм-каналы
Ләйсән Закирова

Любовь Минакова Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде, быға тиклем ул ведомство етәксеһе урынбаҫары вазифаһын биләне, тип хәбәр иттеләр хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән.

Транспорт министрлығы сайтында баҫылған мәғлүмәттәр буйынса, Любовь Минакова 1981 йылда Магадан өлкәһенең Анадырь ҡалаһында тыуған. «Бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит» белгеслеге буйынса Санкт-Петербург дәүләт политехник университетын тамамлаған. Транспорт компанияларында һәм башҡарма власть органдарында эшләү тәжрибәһе бар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн юл хужалығы министры Александр Клебановтың ҡулға алыныуы тураһында билдәле булды. Ул айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Башҡортостан Башлығы чиновникты биләгән вазифаһынан бушатыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-05-07/v-bashkirii-naznachili-ispolnyayuschego-obyazannosti-ministra-transporta-3756863

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика