07:35 (UTC+5), 25 Апреля 2024

Радий Хәбиров Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең климат үҙгәреше мәсьәләләре буйынса министры менән осрашты

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

24 апрелдә Дубайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең климат һәм тирә-яҡ мөхит үҙгәреше мәсьәләләре буйынса министры, доктор Амна бинт Абдулла Аль Дахак Аль Шамси менән осрашты. 

Көн тәртибендә — агросәнәғәт комплексының хәләл продукцияһы менән сауҙаны үҫтереү һәм уның өсөн ғәрәп илдәре баҙарҙарына инеү мөмкинлеген киңәйтеү. Әйткәндәй, Башҡортостан етештереүселәре Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып «Хәләл» стандарты буйынса Рәсәй сифат системаһында сертификация үтте.

– Беҙ, Башҡортостандың рәсми делегацияһы, һеҙгә ҙур ниәттәр менән килдек. Тиҙҙән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Рәсәйҙең Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиллеген асырға ниәтләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙән, атап әйткәндә, республикабыҙҙан ауыл хужалығы продукцияһы ислам донъяһы дәүләттәренә әүҙем оҙатыла башланы. «Хәләл» стандарты буйынса продукция менән тәьмин итеүгә ҡарата талаптар беҙгә яҡшы таныш. Беҙ артабанғы хеҙмәттәшлекте тикшерергә әҙербеҙ.

Башҡортостан Башлығы төбәктең Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә ауыл хужалығы продукцияһын, шул иҫәптән солоҡ балын экспортлау тәжрибәһе булыуы хаҡында һөйләне. Республиканың иген, һыйыр ите, үҫемлек һәм рапс майы, бал буйынса экспорт ҡеүәте ҙур, тип өҫтәне Радий Хәбиров.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең климат һәм тирә-яҡ мөхит үҙгәреше мәсьәләләре буйынса министры Амна бинт Абдулла Аль Дахак Башҡортостан делегацияһына сәфәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм инвестиция йәһәтенән хеҙмәттәшлеккә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өлкәһендә уртаҡ ғилми тикшеренеүҙәргә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

Белешмә

2023 йылда Башҡортостан бөтәһе 730 мең тоннанан ашыу агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортҡа сығарған. Был уҙған йылғы кимәлдән 1,8 тапҡырға күберәк. Республика етештереүселәре 44 илгә продукция оҙата. Улар араһында - Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре, Ҡытай, Һиндостан, Таиланд, Иран, Ирак, Сербия, Венгрия.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-04-24/radiy-habirov-vstretilsya-s-ministrom-oae-po-voprosam-izmeneniya-klimata-3741547

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика