Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
+0.7
98.95
+0.64
83.88
+0.3
1+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Апрель , 13:20

Радий Хәбиров Азат Бадрановҡа махсус хәрби операция биләмәһендәге хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе

Бөгөн, 8 апрелдә, Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Баҙранов демобилизациянан һуң аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ҡатнаша. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың 10 ноябренән ул махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итте.

«Беҙ һеҙҙе күреүебеҙгә шатбыҙ, бөгөн барыбыҙ ҙа хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, һеҙ яу яланында һәм беҙҙең подразделениелар менән бәйләнеш тотҡан ваҡытта күп эш башҡарҙығыҙ. Яугирҙәребеҙ һеҙҙең хаҡта йылы һүҙҙәр генә әйтә. Һеҙҙең функционалды һуңыраҡ билдәләрбеҙ, әммә, һис шикһеҙ, һеҙ республиканың дәүләт власы органдары һәм хәрби подразделениеларҙың етәкселәре, хәрби хеҙмәткәрҙәре араһында бәйләнеш ойоштороу эше менән шөғөлләнерһегеҙ», - тине Радий Хәбиров.

Бынан алдараҡ Башинформ Азат Бадрановтың Башҡортостанға ҡайтырға бойороҡ алыуы тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-04-08/radiy-habirov-poblagodaril-azata-badranova-za-ego-sluzhbu-v-zone-svo-3719501

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: