Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Апрель 2024, 10:39

Башҡортостанда бер нисә мәктәпкә сығарылыш уҡыусыларының һәм етәкселәрҙең исеме бирелде

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән бер нисә мәктәпкә исем бирелде.

Бөрө ҡалаһының 8-се мәктәбе Рәсәй Федерацияһы Геройы, Сүриәлә һәм Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Борис Дудконың исемен йөрөтә.

Өфөнөң 42-се мәктәбенә 35 йыл — 2020 йылға тиклем ошо учреждениены етәкләгән Рауил Кәримовтың исеме бирелде.

Белореттың 10-сы мәктәбе СССР Хәрби-һауа көстәре баш командующийының элекке урынбаҫары,  ошо белем усаҫын тамамлаған Борис Корольковтың исемен алды.

Өфөнөң 114-се мәғариф үҙәгенә Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны, 36 йыл ошо мәктәпкә етәкселек иткән Лев Пейсахович исеме бирелде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-04-04/v-bashkirii-ryadu-shkol-prisvoili-imena-ih-vypusknikov-i-rukovoditeley-3715272

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас