Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
+0.7
98.95
+0.64
83.87
+0.29
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Март , 10:45

Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе бер минут тынлыҡтан башланды

Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе бер минут тынлыҡтан башланды. Республика етәксеһе йәнә һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, зыян күргәндәрҙең тиҙерәк һауығыуын теләне.

— Барығыҙ ҙа Мәскәү өлкәһендә булған ҡот осҡос ваҡиғалар тураһында беләһегеҙ. Мин «Крокус Сити Хол»да вәхшиҙәрсә ҡылынған террор актын күҙ уңында тотам. Беҙ, әлбиттә, бөгөн тотош республика менән мәрхүмдәрҙең туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, зыян күргәндәрҙең барыһына ла тиҙерәк һауығыуҙарын теләйбеҙ. Унда яраланғандар һәм зыян күргәндәр күп. Ошо енәйәтте башҡарыусылар, заказсылар, ойоштороусылар — барыһы ла язаға тарттырылыр тип ышанам, биыл бик мөһим, — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-03-25/operativnoe-soveschanie-pravitelstva-bashkirii-nachalos-s-minuty-molchaniya-3699149

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: