09:49 (UTC+5), 21 Март 2024

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың туғандарына Рәсәйҙең дәүләт наградаларын тапшырҙы

Вероника Никитина

Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың туғандарына Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте.

«Бөгөн беҙ ысын геройҙарға, ҡыйыу ил һаҡсыларына хөрмәт күрһәтәбеҙ. Махсус хәрби операцияла ғүмере ҡыйылған яугирҙәрҙең туғандарына һәм яҡындарына юғары дәүләт наградаларын тапшырҙыҡ, — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында. — Андрей Павлович Мигунов, афған һуғышы ветераны, «Башҡортостан» полкының танк батальоны командиры үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Олег Павлович Маленков, Игорь Ринадович Никитин, Дим Миңлейәр улы Шәрипов үлгәндән һуң Батырлыҡ ордендары менән бүләкләнде».

Радий Хәбиров билдәләүенсә, яҡташтарыбыҙ тиңе булмаған батырлыҡ күрһәткән.

«Улар үҙ ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышланы, уларҙың исемдәре илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың героик тарихына мәңгелеккә яҙылған, — тип билдәләне ул. — Һәләк булған яугирҙарға мәңгелек дан! Мәңгелек хәтер!»

Бынан алдараҡ Башинформ яҡташыбыҙ Рөстәм Рамазановтың яраланған иптәштәрен һәм техниканы ут аҫтынан алып сығыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-03-21/radiy-habirov-peredal-gosudarstvennye-nagrady-rf-rodnym-pogibshih-na-svo-boytsov-3694973

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика