Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Март 2024, 12:50

Азат Асҡаров — Рәсәйҙең Үзбәкстандағы сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы республика вәкиле тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

«Асҡаров Азат Әфхәт улын өс йылға Рәсәй Федерацияһының Үзбәкстандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле итеп тәғәйенләргә», — тип билдәләнә Радий Хәбировтың указында.

Был указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-03-21/predstavitelem-bashkirii-pri-torgpredstve-rf-v-uzbekistane-naznachen-azat-askarov-3694878

Автор: Роман Якимчук
Читайте нас