Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин Рәсәй президентын һайлау көндәрендә республика биләмәһендә эшләгән халыҡ-ара күҙәтеүселәргә рәхмәт белдерҙе.
«Сит илдәрҙән килгән коллегаларыбыҙҙы сәләмләүемә шатмын. Башҡортостан һеҙҙең эшегеҙгә, һайлау процесына баһа биреүегеҙгә һоҡлана. Һеҙгә ғәҙел мөнәсәбәтегеҙ һәм фекерегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Ике көн һайлау йомғаҡтары буйынса беҙҙә әүҙемлек күҙәтелә, һайлауға ғаиләләре менән киләләр», — тине Забелин Өфөнөң һайлау буйынса йәмәғәт штабында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һайлау барышын 10 мең йәмәғәт күҙәтеүсеһе күҙәтә. Уларҙы әҙерләү эше 2023 йылдың ноябрендә башланғайны.