Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Март 2024, 17:19

Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа халыҡтың 21% ҡатнашҡан

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

2024 йылдың 15 мартында көндөҙгө сәғәт өскә Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа халыҡтың 21,02% тауыш биреүҙә ҡатнашҡан, тип хәбәр иттеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Балтас һәм Миәкә райондарында әлеге күрһәткес 40% күберәк, 10 муниципаль районда иһә 30 % ашыу тәшкил иткән. Бында һүҙ Әлшәй, Асҡын, Благовар, Йәрмәкәй, Ерәнсура, Илеш, Ҡыйғы, Стәрлебаш, Федоровка һәм Яңауыл райондары хаҡында бара.

«Өфөлә халыҡтың күбеһе Калинин (27,70%), Совет (20,51%) һәм Дим (20,18%) райондарында тауыш биргән», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-03-15/yavka-izbirateley-na-vybory-prezidenta-rf-v-bashkirii-prevysila-21-3684193

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас