

Башҡортостанда граждандарға патриотик тәрбиә биреү буйынса Республика координация советы булдырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған тейешле указ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Документта совет тураһында положение, шулай уҡ уның составы раҫланған. Унан күренеүенсә, координация советы эшмәкәрлегенең маҡсаты - республиканың дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеген берләштереү һәм координациялау аша граждандарға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү системаһын үҫтереү.
Советтың бурыстары: ошо өлкәлә берҙәм сәйәсәтте тормошҡа ашырыу өсөн граждандарҙы патриотик тәрбиәләү субъекттарының бәйләнешен тәьмин итеү; граждандарҙы патриотик тәрбиәләү системаһын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү.
Координация советы составына совет рәйесе, рәйес урынбаҫарҙары, секретары һәм ағзалары – республиканың дәүләт органдары, федераль башҡарма власть органдарының Башҡортостандағы территориаль органдары, урындағы үҙидара органдары һәм ойошмалары вәкилдәре инә.
Указ үҙ көсөнә ингән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.