12 мартта Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәте директоры – ғәскәрҙәрҙең баш командующийы армия генералы Виктор Золотов менән осрашты.
Көн тәртибендә республика менән бәйләнеш, махсус хәрби операцияла бурыстарын үтәгән Росгвардия бүлексәләренә ярҙам итеү мәсьәләләре ҡаралды. Улар иҫәбендә Башҡортостандан Салауат Юлаев исемендәге ике батальон бар.
Осрашыу ваҡытында Радий Хәбиров директор Виктор Золотовҡа махсус хәрби операция биләмәһендәге бурыстарҙы башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән 18 яңы УРАЛ «Витязь» бронялы автомобилдәренә сертификат тапшырҙы.
Виктор Золотов Башҡортостан етәкселегенә Росгвардия бүлексәләренең матди-техник базаһына ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Бынан тыш, ведомство етәксеһе милли гвардия ғәскәрҙәренең хәрби һәләтен күтәреүҙә республика халҡының да өлөшөн билдәләне.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.