

Башҡортостан Башлығы бөгөн, 11 мартта, республика Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйеновты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә әйтте.
«Салауат Сәхи улын күптән беләбеҙ, ул бик күп һәм емешле эшләй. Хәҙер ир-егеттәребеҙгә ярҙам итеү өсөн ваҡытын һәм көсөн йәлләмәй. Бер нисә тапҡыр гуманитар ылау менән махсус хәрби операция зонаһына барып ҡайтты. Бөгөн мин уны Салауат Юлаев ордены менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙым. Салауат Сәхи улы, ҡотлайбыҙ! Уңыштар, артабан да Башҡортостан мәнфәғәте өсөн әүҙем эшләүегеҙҙе теләйбеҙ», - республика етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат Хөсәйенов 2023 йылдың көҙөнән профессиональ нигеҙҙә республика парламенты рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.