06:38 (UTC+5), 29 Февраля 2024

Рәсәй Президенты алдағы 6 йылға ил үҫеше стратегияһы менән сығыш яһай

Фото: "Кремль. Новости" телеграм-каналы
Роман Якимчук

Бөгөн, 29 февралдә, Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-лә Рәсәй президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Әйткәндәй, был депутаттарға һәм сенаторҙарға ғына ҡағылмай. Президенттың мөрәжәғәте илебеҙҙең һәр гражданы өсөн мөһим, сөнки унда алдағы 6 йылға ил үҫеше бурыстары ҡуйыла.

Президенттың мөрәжәғәтнамәһн етөп федераль каналдар тура эфирҙа һәм социаль селтәрҙә күрһәтә. Текст трансляцияһы ғәҙәттәгесә Рәсәй президентының рәсми сайтында баҫыла. Дәүләт башлығының төп белдереүҙәре тураһында «Башинформ» реаль ваҡыт режимында хәбәр итеп бара. Бынан тыш, президенттың мөрәжәғәтнамәһе трансляцияһын ҙур экранда ҡарарға мөмкин. Мәҫәлән, Өфөлә уны Инорс биҫтәһенең «Акварин» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә урынлашҡан «Синема 5» селтәре кинотеатрында күрһәтәләр. Сеансҡа инеү ирекле.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-02-29/prezident-rossii-predstavit-strategiyu-razvitiya-strany-na-blizhayshie-6-let-3662250

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика