

Ветерандар, Рәсәй Геройҙары, хәрби хеҙмәткәрҙәр, запастағы офицерҙар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзалары, һәләк булған геройҙарҙың туғандары бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залына Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы сараға йыйылды.
Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында әлеге ваҡытта ир-егеттәр байрамының айырыуса ҙур мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне. Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларҙың берләшеү символына әүерелә бара. Алғы һыҙыҡта ҡыйыулыҡ һәм ныҡлыҡ күрһәткәндәрҙең. Тылда «Барыһы ла фронт өсөн! Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» тигән девиз менән йәшәгән һәм эшләгәндәрҙең.
«Беҙ, ҡулдарына ҡорал тотоп, Тыуған ил һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Улар араһында уҡытыусылар, инженерҙар, водителдәр, аграрийҙар, шулай уҡ етәкселәр, депутаттар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, журналистар бар.
Былтыр декабрь айында Рафиҡ Әхмәтшин һәм Байтулла Фәтҡуллин фронтҡа китте. Был егеттәр махсус хәрби операция зонаһына репортаж төшөрөргә барып ҡайтҡандан һуң, илебеҙҙең ниндәй аяуһыҙ дошманға ҡаршы көрәшкәнен күреп, ҡулдарына ҡорал алды.
Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, республиканың авария-ҡотҡарыу хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Александр Сопин махсус хәрби операцияға юлланды.
Ғинуарҙа беҙ Дәүләт Йыйылышының йәш депутаттары Яков Кугубаевты һәм Алексей Локотченконы оҙаттыҡ. Хакимиәтемдең бер нисә хеҙмәткәре үҙ теләге менән махсус операцияға китте. Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов йыл ярымдан ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Коллегаларыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Республиканың медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен батырҙарса күрһәтә. Беҙҙең ҡыйыу шәфҡәт туташтарыбыҙ Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының берләштерелгән бригадаларында эшләй, шулай уҡ Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы составында алғы һыҙыҡта яралыларҙы ҡотҡара. Өфөнөң 13-сө дауаханаһы хирургы, полктың медицина хеҙмәте начальнигы, өлкән лейтенант Рөстәм Минһажев 500-ҙән ашыу яугирҙең һәм тыныс халыҡтың ғүмерен ҡотҡарған. Лука Крымский һәм «Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан ирекле батальон яугирҙәре, контрактсылар һәм мобилизацияланғандар менән ғорурлана, тине республика етәксеһе.
Тантаналы йыйылышта ҡатнашыусылар һәләк булған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Башҡортостан фронтты тәьмин итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Республиканың оборона предприятиелары етештереү күләмен бер нисә тапҡырға арттырҙы. Аҙна һайын республика махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылау оҙата (йәмғеһе113 булды). Республика халҡы маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре әҙерләй, йылы ойоҡ-бейәләй бәйләй, посылкалар ебәрә. Уҡыусылар яугирҙәргә йылы хистәр менән тулы хаттар яҙа.
«Был залда – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Һәр берегеҙ тураһында йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлыҡ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ үҙ миҫалығыҙ менән Башҡортостандың батырҙар төйәге һәм Ватандың ышаныслы терәге икәнлеген раҫлайһығыҙ. Һеҙгә көс-дәрт биргән, ышаныс һәм өмөт менән көткән ғаиләләрегеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға рәхмәтемде белдерәм. Барығыҙға ла еңеү менән, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем», - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы генерал Шайморатов орден-миҙалдарын тапшырҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.