16:45 (UTC+5), 19 Февраль 2024

Радий Хәбиров «Губернаторҙар клубы» ултырышында ҡатнаша

Фото: видеонан скриншот
Ләйлә Аралбаева

Радий Хәбиров «Губернаторҙар клубы» ултырышында ҡатнаша. Республика Башлығын иғлан иткәндә модератор Башҡортостандың 2024 йылда «Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумына ебәрелгән ғаризалар һаны буйынса рекордсмен булыуын әйтте (бөтәһе 3707 идея).

«Стратегик башланғыстар агентлығы уҙғарған «Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумы тураһында фекер алышабыҙ, — тип уртаҡлаша Башҡортостан Башлығы үҙ блогында. — Коллегаларым менән ризалашам, беҙ республикала халыҡ үҙ идеяларын бойомға ашыра һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә алһын өсөн яҡшы инфраструктура булдырғанбыҙ».

Башҡортостанда граждандар, йәмәғәтселек әүҙемлеге, граждандар йәмғиәте институттарын булдырыу өсөн экомөхит оҙаҡ формалашты, тип билдәләне Радий Хәбиров. Республика етәксеһе граждандарҙың әүҙемлеген үҫтереү өсөн йыл да Башҡортостан Башлығының дөйөм суммаһы 300 миллион һумлыҡ гранттарын тапшырыуҙы миҫалға килтерҙе. Башҡортостан президент гранттарында ла әүҙем ҡатнаша. Медиалогия мәғлүмәттәре буйынса, форумды яҡтыртыу күләме буйынса Башҡортостан Мәскәүҙән ҡала икенсе урынды биләй.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-02-19/radiy-habirov-uchastvuet-v-zasedanii-kluba-gubernatorov-3649604

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика