Рәсәй Президенты Владимир Путин экстремизмға саҡырған һәм Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре тураһында ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн мөлкәтте, аҡсаны һәм башҡа матди ҡиммәттәрҙе тартып алыуҙы күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы.
Бында һүҙ илдең именлегенә ҡаршы енәйәти эшмәкәрлекте финанслау өсөн файҙаланылған йәки тәғәйенләнгән аҡса тураһында бара. Бынан тыш, хәҙер суд ҡарары менән бындай эштәр өсөн почетлы исемдәрҙән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Рәсәйгә ҡарата санкциялар индерергә саҡырыу, нацизмды реабилитациялау һәм Рәсәй Федерацияһы ҡатнашмаған ойошмалар, йәки сит ил дәүләт органдары ҡарарҙарының үтәлешенә булышлыҡ итеү ҙә бына шуға ҡарай.
Бынан алдараҡ Башҡортостанда йәшәүселәрҙе мессенджерҙарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә мәктәптәрҙә, сауҙа үҙәктәрендә һәм башҡа йәмәғәт урындарында теракт ҡылырға йыйыныуҙары тураһында ялған хәбәр таралыуы хаҡында иҫкәрткәйнеләр.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.