Рәсәй президенты Владимир Путин Рәсәйҙә заманса университет кампустары селтәрен асыу тантанаһында ҡатнашты. Дәүләт башлығы видеоэлемтә аша сығыш яһаны. Уға Башҡортостанда, Мәскәүҙә, Пермь крайында, Татарстанда, Юграла төҙөлгән объекттар күрһәтелде. Төбәк башлыҡтары һәм юғары уҡыу йорттары етәкселәре Путинға һәр проект тураһында ентекләп һөйләне.
«Өфө, ысынлап та, илдә ҙур белем биреү үҙәктәренең береһе. Радий Фәрит улы, һүҙ һеҙгә», - тине дәүләт башлығы.
«Хөрмәтле Владимир Владимирович! Хөрмәтле хеҙмәттәштәр! Бөгөн беҙҙә бик мөһим көн, - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. - Хөрмәтле Владимир Владимирович! Биш йыл элек беҙ һеҙгә республикала фән һәм юғары мәктәп инфраструктураһын яңыртыу тәҡдимдәре менән мөрәжәғәт иткәйнек. Һеҙ уларға ныҡ ярҙам иттегеҙ. Иң тәүҙә ике университет нигеҙендә асылған Өфө фән һәм технологиялар университеты. Әле унда 51 мең студент уҡый. Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге, ул алты юғары уҡыу йортон, өс фәнни учреждениены һәм 30 индустриаль партнерҙы берләштерә.
Владимир Владимирович, Башҡортостан Республикаһы нимәһе менән айырылып тора? Беҙҙә йәштәр күп. 1 миллион 85 мең кеше. Волга буйы федераль округында иң күп йәштәр беҙҙә. Шуға күрә беҙгә кампус кәрәк ине. Беҙ Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министрлығына бик рәхмәтлебеҙ. Ни өсөн? Йыл һайын беҙҙә бюджет урындарына ҡабул итеү арта. Әммә дөйөм ятаҡтар етмәй. Шуға кампус конкурсында ҡатнаштыҡ. Бөгөн беҙ кампустың беренсе сиратын күрһәтәбеҙ. Бында 37 мең квадрат метр майҙанды биләгән ғилми-белем биреү мөхите, 20 лаборатория бар. Студенттар ижады һәм эшҡыуарлыҡ өсөн мөхит. Беҙ инде икенсе сиратты проектлауҙы тамамлайбыҙ.
Владимир Владимирович, һеҙҙе Башҡортостанда һәр саҡ көтөп алабыҙ.. Республикаға ярҙамығыҙ, йылы мөнәсәбәтегеҙ өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Әлбиттә, ошо кампусты күрһәтергә теләйбеҙ, ул һеҙгә оҡшар, ғөмүмән, Рәсәйҙә фәнде һәм мәғарифты үҫтереүгә үҫтереүгә өлөш индерер тип ышанабыҙ».
Дәүләт башлығы саҡырыу өсөн рәхмәт әйтте һәм республикаға килергә вәғәҙә бирҙе.