10:41 (UTC+5), 01 Февраль 2024

Радий Хәбиров Шайморатов батальоны яугиренең ғаиләһе менән осрашты

Фото: Олег Яровиков
Альмира Давлетбаева

31 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Учалы районына эш сәфәре барышында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон яугире –  «Портной» позывнойлы яҡташыбыҙҙың ғаиләһе менән осрашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе Донбасҡа эш сәфәре менән барғанда Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашҡайны. Яугирҙәр менән аралашҡанда Радий Хәбиров форсат сыҡҡанда уларҙың туғандарын һәм яҡындарын барып күрәсәген белдергәйне.

Хәрбиҙең әсәһе, туғандары менән осрашҡанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уларға сәләм әйтте.

– Былтыр йәй беҙ батальон урынлашҡан ергә барҙыҡ. Мин бер егеткә Шайморатов миҙалын тапшырҙым һәм «Ата-әсәйең бармы? Улар янына  барыуымды теләйһеңме?» тип һораным. Бөгөн мин бында. Һеҙгә алғы һыҙыҡтан күп сәләм еткерәм, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең борсолоуығыҙҙы яҡшы аңлайым. Үҙем дә егеттәр өсөн бик ҡайғырам.

Башҡортостан Башлығы хәрбиҙең ғаилә ағзаларынан хәл ителмәгән мәсьәләләре тураһында һорашты һәм республикабыҙҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренә, яҡындарына тейешле ярҙамды күрһәтергә әҙер булыуын билдәләне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-01-31/radiy-habirov-vstretilsya-s-semiey-boytsa-batalona-shaymuratova-3624956

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика