Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
31 Ғинуар 2024, 13:27

Рәсәйҙә юғалған кешеләрҙе эҙләү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булдырыла

«БашРегионСпас» төркөмө
Фото: «БашРегионСпас» төркөмө

Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа юғалған кешеләрҙе эҙләү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булдырған закон ҡабул итте.

Закон проекты буйынса хәбәрһеҙ юғалған граждандарҙың яҡын туғандарын мотлаҡ дәүләт геном теркәүе үтергә тейешле кешеләр исемлегенә индерергә тәҡдим ителә. Улар — ата-әсәләр, балалар, бер туғандар.

Алынған геном мәғлүмәттәре кешенең ҡайҙа икәне асыҡлағансы һаҡлана, әгәр ул һәләк булһа, уны таныуҙа ярҙам итергә тейеш.

Бынан алда Башинформ республикала ғәйеп булған кешеләрҙе нисек эҙләүҙәре хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-01-31/v-rossii-vvodyat-dopolnitelnye-vozmozhnosti-dlya-poiska-propavshih-lyudey-3623981

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас