Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Ғинуар 2024, 15:51

Владимир Путин Рәсәй президенты вазифаһына кандидат булып теркәлде

кремлин.ру
Фото: кремлин.ру

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Владимир Путинды ил президенты вазифаһына кандидат итеп теркәне. Был хаҡта мәғлүмәт Үҙәк Һайлау комиссияһының рәсми телеграм-каналында баҫылған.

«Бынан алдараҡ кандидат Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһына үҙ-үҙен тәҡдим итеүҙе хуплаған 315 мең ҡултамға  тапшырҙы. Эшсе төркөмдөң тикшереү йомғаҡтары буйынса ҡултамғаларҙың 0,15% ғәмәлгә яраҡһыҙ булыуы асыҡланған, был иһә кандидатты теркәргә мөмкинлек бирә», — тиелә хәбәрҙә.

 «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Рәсәй президентын һайлау 15-17 мартта була.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-01-29/vladimir-putin-zaregistrirovan-v-kachestve-kandidata-na-dolzhnost-prezidenta-rf-3621138

Автор: Анастасия Другова
Читайте нас