17:24 (UTC+5), 29 Ғинуар 2024

Азат Ғәлимханов Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләнде

Галина Бахшиева

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе итеп 49 йәшлек Азат Ғәлимханов һайланды. Бөгөн республика Үҙәк һайлау комиссияһының 66-сы ултырышында шундай ҡарар ҡабул ителде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың декабрь аҙағында Илона Макаренко Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вәкәләттәрен тапшырҙы.

24 ғинуарҙа Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына Азат Ғәлимхановты комиссия рәйесе итеп һайларға тәҡдим итте. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының 151-се ултырышында Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.

Азат Ғәлимханов «Башинформ» хәбәрсеһенең һорауына былай тип яуап бирҙе:

«Ил президентын һайлауға 45 көн ҡалды. Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы һәм Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы булышлығында һайлауҙы ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы ойоштора һәм үткәрә алырбыҙ тип ышанам», — тине республикаҮҙәк һайлау комиссияһының яңы етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-01-29/tsentrizbirkom-bashkirii-vozglavil-azat-galimhanov-3620833

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика