


Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә халыҡҡа мөрәжәғәт итте.
«Башҡорттарым! Халҡым! Уян!
Күпме алданырға, яңылышырға була? Бер үк кешеләр һине нисә йылдар алдай, хистәрең менән уйнай. Уларҙың маҡсаты бер: халыҡ менән идара итеү, хөкүмәтте ҡурҡытып алыу, үҙҙәренә файҙа эҙләү. Халыҡты түгел, үҙҙәрен ҡайғырта улар. 1990-2000 йылдарҙан алып улар федераль власты, һуңынан республиканы шантажлай.
Башҡорттарым, һеҙ ысынлап та Хәбировтың республикаға үҙ халҡын ҡыйырһытыу өсөн ҡайтҡанына ышанаһығыҙмы? Тап ошоға ышандырырға теләй ҙә инде һеҙҙе бер төркөм оятһыҙ кешеләр һәм "һары" мәғлүмәт саралары.
Беләһегеҙме, шул бола күтәргән Баймаҡ районы, бюджет инвестициялары буйынса бөтә республика райондары араһында беренсе урында тора? Баймаҡта һуңғы йылдарҙа Еңеү Паркы, ҡала майҙаны, күп мәктәптәр төҙөкләндерелде, яңы мәктәптәр һәм балалар поликлиникаһы төҙөлдө, боҙ һарайы эшләнеп ята.
Заманса һәм уңайлы йәшәү өсөн инфраструктуралар булдырыла унда. Баймаҡта, күп башҡорттар көн иткән төбәктә!
Быны нимә өсөн эшләй Хәбиров? Башҡорттар менән көрәшеү өсөнмө? Үҙ милләтен бөтөрөү өсөнмө? Әллә үҙебеҙҙең башҡорттар яҡшы йәшәһен, матур парктарҙа ял итһен, балаларын йөрөтһөн, тейешле медицина ярҙамы алһын,заманса шарттарҙа спорт менән шөғөлләнһен типме?
Үҙегеҙ ошо һорауҙарға яуап эҙләп ҡарағыҙ әле, башҡорттарым!
Экология мәсьәләһе менән дә республика Хөкүмәте планлы рәүештә, ныҡлап, тырышып шөғөлләнә. Лицензияларҙы кире тартып алыу, миллионлаған штрафтар һалыу – барыһы ла республика Хөкүмәтенең эше. Бер ҙә осраҡлы кешеләр эше түгел. Быларҙы дәлилләү өсөн бик шикләнгәндәр Росприроднадзорға йәки Роснедраға мөрәжәғәт итеп белешә ала.
Был органдар - Федераль ведомстволар, беҙгә буйһонмайҙар, әммә уларҙың барыһы менән дә уртаҡ тел табып, Хәбиров бөтә мәсьәләләрҙе хәл итә. Мәҫәлән, Баймаҡта билдәле алтын сығарыусы Хамуляк әллә ҡасандан эшләй, йә Учалы районы Ураҙ ауылындағы әрмәндәр. Уларҙы республикаға Хабиров килтергәнме ни? Был эшмәкәрҙәр Хәбировҡа тиклем 10-ар йыл шунда эшләгәндәр. Әммә тап беҙҙең Башлыҡ, тәбиғәтте бысратҡан һәм закондарҙы үтәмәгән өсөн, уларҙы был ерҙәрҙән ҡыуа башланы.
Һеҙ, дуҫтар, әллә ысынлап та алтын сығарыусылар халыҡ урамға сығып туҙынғандан һуң был кешеләр лицензияларын тапшырып, штрафтарын түләп киткәндәр тип уйлайһығыҙмы?
Ә хәҙер башҡорт теле буйынса. Әйҙәгеҙ, берәй майҙанға сығып “телебеҙ бөтә”, “балалар башҡортса белмәй” тип ҡысҡырып торайыҡ та, шунан проблема хәл ителәме һуң? Юҡ, әлбиттә. Ә һеҙҙе бит, башҡорттарым, тап шулай тип ышандыралар бер төркөм оятһыҙ кешеләр һәм "һары" мәғлүмәт саралары. Проблема иһә, ысынлап та, бар. Глобализация процесы үҙенекен итә. Башҡорт теле әлеге процестарҙың замана ҡорамалдарына индерелмәй икән, шунда хәүеф тыуасаҡ та. Бөгөн Өфөлә күп интеллигенция башҡорттарының балалары үҙ телендә һөйләшмәй. Бында яңыса алымдар, телде цифрлаштырыу, мобиль ҡушымталар, аҡыллы колонкалар, онлайн-тәржемәселәр, башҡортса һөйләшкән уйынсыҡтар кәрәк. Ошолар Хәбиров килгәндән алып эшләнә башланды ла инде. Ғалимдар һәм белгестәр, бала әгәр мәктәпкә тиклем үк туған телен өйрәнгән булһа, ул үҙ телендә теләп уҡыясаҡ, ти. Тимәк, балалар баҡсаһынан уҡ. Тап бына ошо тәңгәлдә беҙҙә махсус методикалар уйлап сығарыла ла.
Уянығыҙ, башҡорттарым! Үҙ ерегеҙгә, өйҙәрегеҙгә ысын хужа була белегеҙ, һәм иң мөһиме баштарығыҙға хужа булығыҙ! Айыҡ аҡыл менән фекер йөрөтөгөҙ!» — тип мөрәжәғәт итә Бадранов.
Мөрәжәғәттең тулы тексын Азат Бадрановтың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уҡырға мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.