

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһына Азат Ғәлимхановтың кандидатураһын тәҡдим итте.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының 151-се ултырышында Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.
Башинформ хәбәр иткәнсә, былтыр йыл аҙағында Башҡортостан Башлығы Үҙәк һайлау комиссияһының составын үҙгәртте. Өфө фән һәм технологиялар университетының белем биреү эшмәкәрлеге буйынса проректоры Азат Ғәлимхановты Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы итеп тәғәйенләү тураһында документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
«Ғәлимханов Азат Булат улын Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы итеп тәғәйенләргә», — тиелә указда.
Рәсәй президентын һайлау тураһында популяр һорауҙарға яуаптарҙы «Башинформ»дың ошо материалында алырға мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.