07:17 (UTC+5), 25 Января 2024

Александр Работяев Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Фото: Валерий Шахов
Ләйлә Аралбаева

Республика парламенты депутаттары депутат Александр Работяевты Дәүләт Йыйылышының йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары вазифаһына (төп эшмәкәрлектән айырылмайынса вәкәләттәр башҡарыусы) тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Александр Работяевтың кандидатураһын «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы тәҡдиме буйынса Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев күрһәтте.

– Александр Васильевич беҙҙең депутат цехы ветераны булып тора, бишенсе саҡырылыш һайлаусыларҙың мәнфәғәттәрен яҡлай. Уның һөнәри эшмәкәрлегенең байтаҡ өлөшө туранан-тура хәүефһеҙлек мәсьәләләре менән бәйле булды. Уның бай тәжрибәһе Йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет эшендә файҙалы булыр ине, – тине Константин Толкачев.

Александр Работяев 1955 йылдың 3 июнендә Ишембай районының Петровский ауылында тыуған. Юғары белемле, Өфө нефть институтын, Федераль именлек хеҙмәте академияһын тамамлаған. Отставкалағы полковник. 

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-01-25/aleksandr-rabotyaev-naznachen-zampredsedatelya-komiteta-gossobraniya-bashkirii-3617009

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика