Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Ғинуар , 13:43

Республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы билдәле булды

Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров Вито Сабировтың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнеүе тураһында хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ведомство етәксеһе Яна Гайдук үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы.

«Яна Гайдуктың икенсе эшкә күсеүе сәбәпле минең указым менән Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыу бурысы уның урынбаҫары Вито Сабировҡа йөкмәтелде. Уңыштар теләйем, һеҙҙең был өлкәлә тәжрибәгеҙ бар — ең һыҙғанып эшләгеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: