Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Декабрь 2023, 14:40

Башҡортостан Башлығы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе

Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

Күмертау хакимиәте башлығы итеп ҡала советы рәйесе Олег Астахов тәғәйенләнде. Был хаҡта бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Бынан алдараҡ «Башинформ» яңы мэрҙың хеҙмәт юлын ҡала дауаханаһында табип-нарколог булып башлауы тураһында яҙғайны. 2003 йылда Күмертауҙа наркология диспансерын асыуға өлгәшкән. 2013 йылдан алып —  ҡала дауаханаһы етәксеһе. 2016 йылда ҡала советы рәйесе итеп һайланған.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-12-25/radiy-habirov-soobschil-o-kadrovyh-naznacheniyah-3580901

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас