12:33 (UTC+5), 19 Декабря 2023

Республикала аграрийҙар өсөн һалымдың нуль ставкаһы өс йылға һаҡлана —  Хәбиров

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә республикабыҙ аграрийҙарына ярҙам күрһәтеү өсөн берҙәм ауыл хужалығы һалымы буйынса нуль ставкаһын өс йылға оҙайтырға тәҡдим итте.

«Бының файҙаһы бар икәнен күрәбеҙ. Былтыр 500-ҙән ашыу ауыл хужалығы предприятиеһы һәм фермер хужалығы ошо льгота менән файҙаланды. Аграрийҙар 165 миллион һумдан ашыу аҡсаһын экономияланы, уны яғыулыҡ-майлау материалдары һәм техника һатып алыу өсөн тотондо.

Икенсеһе — киләһе йылдан ауыл хужалығы кооперативтары өсөн килем килтереүсе проекттарҙы бойомға ашырыу программаһын тергеҙәбеҙ, шул иҫәптән милли колоритлы фермер продукцияһы брендтарын танытыу өсөн.

Өсөнсөһө — «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһында бөтә ҡош-ҡортто юҡ итеүгә килтергән хәлде иҫәпкә алып, 2030 йылға тиклем ҡошсолоҡто үҫтереү республика программаһын әҙерләргә кәрәк», —  тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-12-19/v-bashkirii-nulevuyu-stavku-naloga-dlya-agrariev-sohranyat-na-tri-goda-habirov-3573082

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика