
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында республика етәксеһе Радий Хәбировтың депутаттарға мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһау көнө билдәләнде. Республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев исеменә Башҡортостан Башлығынан мөрәжәғәтнамә датаһы 19 декабрь тип күрһәтелгән хат килгән.
«Башҡортостан Башлығы 19 декабрҙә республика парламентына мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай, — тине Константин Толкачев. — Был Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 87-се статьяһында ҡаралған, депутаттар корпусы өсөн мөһим ваҡиға булып тора. Мөрәжәғәтнамәлә Башҡортостан Башлығы киләһе йылға өҫтөнлөклө үҫеш йүнәлештәре менән таныштыра, заман саҡырыуҙарына һәм республиканың идара итеү командаһы алдында торған тәү сираттағы бурыстарға баҫым яһай. Парламенттың 2024 йылғы эшмәкәрлеге мөрәжәғәтнамәнең тезистарына нигеҙләнеп алып барыла һәм закондар сығарыу процесын планлаштырғанда йүнәлеш булып тора».
Әлеге ваҡыттағы билдәһеҙлек шарттарында закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары тығыҙ бәйләнештә эшләй, тип билдәләне парламент спикеры.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.