Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Декабрь 2023, 14:41

Владимир Путин Рәсәй үҫеше өсөн өҫтөнлөклө бурыстар хаҡында һөйләне

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

«Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары» трансляцияһы башланды. Дәүләт башлығына бирелгән беренсе һорау уның яңы президент мөҙҙәтенә һайланырға ҡарар итеүе менән бәйле булды. Илдә һәм унан ситтә ниндәй бурыстарҙы мөһим тип иҫәпләйһегеҙ, тип һоранылар унан.

«Был хаҡта мин күп тапҡырҙар әйткәнем бар, әммә ҡабатлау гонаһ булмаҫ. Рәсәй кеүек ил өсөн суверенитетһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Шуға күрә иң мөһиме – суверенитетты нығытыу. Был бик киң төшөнсә. Тышҡы суверенитетты нығытыу илдең оборона һәләтен, тышҡы һыҙат буйынса хәүефһеҙлекте, йәмәғәт суверенитетын, сәйәси системабыҙ үҫешен, парламентаризмды нығытыуҙы аңлата. Иҡтисад өлкәһендә суверенитет хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Финанс, иҡтисади, технологик суверенитет – Рәсәйҙең киләсәге», – тине Владимир Путин.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-12-14/vladimir-putin-rasskazal-o-prioritetnyh-zadachah-dlya-razvitiya-rossii-3565765

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас