Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе Башҡорт теле көнө менән ҡотланы һәм башҡорт телендә һөйләшкән «Һомай» аҡыллы колонкаһы хаҡында һөйләне.
«Башҡортостанда башҡортса һөйләшкән аҡыллы колонка уйлап сығарғандар. Ул башҡорт һәм рус телдәрен аңлай, бер телдән икенсеһенә тәржемә итергә, һорауҙарға яуап бирергә, музыка һәм әкиәттәр тыңлатырға, башҡорт аш-һыуы рецептарын табырға мөмкин. Уның ярҙамында өлкәндәргә лә, балаларға ла башҡорт телен өйрәнеүе бик еңел. Проект Һомай тип атала. Уны Айгиз Ҡунафин етәкселегендәге программистар төркөмө әҙерләгән. Аҡыллы колонка нигеҙендә — яһалма интеллектлы чат-бот. Уны камиллаштырырға кәрәк әле, алда эштәр бик күп», - тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Әлегә биш «Һомай» бар, тип өҫтәне ул. Уларҙы туған башҡорт теле уҡытылған балалар баҡсаларына тапшыралар. Артабан мәктәптәр өсөн тағы 200 аҡыллы колонка эшләйҙәр. Ә һуңынан күпләп етештереп, һатыуға сығара башларға уйлайҙар.
- «Һомай» — Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн бүленгән гранттар конкурсы еңеүселәренең береһе. Беҙ уларҙы тап ошондай проекттарға ярҙам итеү өсөн булдырҙыҡ та инде. Туған телде һәм мәҙәниәтте өйрәнергә, унан да бигерәк яратырға мәжбүр итергә ярамай тип иҫәпләйем. Әммә заманса алымдар һәм технологиялар ярҙамында уҡытыу процесын ҡыҙыҡлыраҡ һәм мауыҡтырғысаҡ итергә мөмкин. Бөгөн Башҡортостанда Башҡорт теле көнөн билдәләйбеҙ. Башҡортса һөйләшкән, үҙе лә телде өйрәнгән һәм башҡаларҙы ла өйрәткән кешеләрҙе ҡотлайым. Байрам менән! Туған телде беләйек, ҡәҙерләйек, үҫтерәйек! Байрам менән! - тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Башлығы республикала йәшәүселәргә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Башҡортостан Башлығы указы менән башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында Башҡорт теле көнө билдәләнде. Байрам йыл да башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә - 14 декабрҙә үткәрелә.