Хөкүмәт бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү өсөн өҫтәмә рәүештә 11 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтә, тип хәбәр иттеләр федераль министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтендә. Эш президенттың граждандарҙың килемен арттырыу тураһында май указын үтәү сиктәрендә алып барыла. Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәле буйынса барлыҡ параметрҙар ҙа һаҡланырға тейеш, тип билдәләгәйне дәүләт башлығы.
Финанслау айырым федераль дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре алдындағы социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә лә йүнәлтеләсәк.
2023 йылда бюджет хеҙмәткәрҙәренең, шул иҫәптән уҡытыусыларҙың, балалар баҡсалары тәрбиәселәренең, колледж, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының, мәҙәниәт, фән һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү өсөн 36 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде.