Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Декабрь 2023, 11:29

Күмертау башлығы Олег Фролов отставкаға китте

социаль селтәрҙәр
Фото: социаль селтәрҙәр

Күмертау хакимиәте башлығы Олег Фролов отставкаға китте. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул әүҙем тормош позицияһы, иғтибарҙан ситтә ҡалмаған проблемалар өсөн ҡала халҡына рәхмәт белдерҙе.

«Учреждениелар, предприятиелар, ойошмалар етәкселәренә, күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың йорт комитеттарына рәхмәт. Бергә эшләгән коллегаларыма ла рәхмәт белдерәм», - тип яҙҙы Олег Фролов.

Хәҙер Күмертау хакимиәте башлығы вазифаһын бынан алда ҡала советы рәйесе булып эшләгән Олег Астахов башҡара.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-11-30/v-otstavku-ushel-mer-kumertau-oleg-frolov-3546871

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас