Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән «тура бәйләнеш»кә килгән һорауҙарҙың береһе республикаға идара итеүгә ҡағылды. Бәғзеләр социаль селтәрҙә Радий Фәрит улының яҙмаһына республикаға ҡул менән идара итеү хаҡында фекер ҡалдырған. Мөһим мәсьәләләр хәл ителә?
«Ҡул менән идара итеү нисек булалыр, был кешеләрҙе аңламайым. Минеңсә, беҙҙең республикала дөрөҫ баланс булдырылған – һәр кем үҙ эшен башҡара. Мин үҙ эшемде башҡарам, хөкүмәт үҙ эше менән шөғөлләнә. Улар автономиялы эшләргә тейеш. Шундай ҙур республика һәм йөкмәткеле көн тәртибе, шул иҫәптән халыҡ-ара көн тәртибе менән миңә бик ауыр. Элек «Сәләмәтлек» һәм «Сәнәғәт» сәғәттәрен үткәрә инем, әммә хәҙер уларҙы һирәгерәк ойошторам. Ваҡытым етмәй», — тине Радий Хәбиров.
https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-11-29/radiy-habirov-rasskazal-kto-upravlyaet-bashkiriey-3544877
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.