Башҡортостан халҡынан килгән бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, - тип белдерҙе Радий Хәбиров «Тура бәйләнеш» башланыу менән.
«Бик күп һорауҙар килгән, меңгә яҡын, тинеләр миңә. Эфирҙа уларҙың барыһына ла яуап биреп булмай. Бер һорау ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ, һорауҙарҙың барыһын да өйрәндек, ҡайһы берҙәрен хәл итә башланыҡ. Бөтә һорауҙарға ла ғәҙел һәм асыҡтан-асыҡ яуап бирермен», - тине Радий Хәбиров.