
Рәсәй Президенты указы менән Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов хеҙмәттә өлгәшкән уңыштары, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Азамат Абдрахманов был юғары дәүләт наградаһына «эшендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте», шул иҫәптән Донбаста эшләгәне (командировкала) өсөн» лайыҡ булды.
Азамат Абдрахманов хөкүмәттә 2021 йылдан эшләй. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын Рәсәй Федерацияһына социаль-иҡтисади йәһәттән берләштереү мәсьәләләре өсөн яуап бирә.
2022 йылдың майында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ул яңы төбәктәрҙең шефлыҡҡа алынған биләмәләренең инфраструктураһын тергеҙеү, урындағы халыҡҡа тейешле ярҙам күрһәтеү һәм тыныс тормошто яйға һалыу мәсьәләләрен хәл итеү өсөн махсус хәрби операция зонаһына командировкаға ебәрелгәйне.
Ул шулай уҡ башҡа мөһим проекттарҙы һәм башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы. Мәҫәлән, республика биләмәһендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың законһыҙ эшмәкәрлегенә юл ҡуймау буйынса ведомство-ара комиссияны етәкләй.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.