Республиканың төп байлығы – конфессия-ара һәм милләт-ара татыулыҡ.
Башҡортостан Башлығы «Тура бәйләнеш» барышында билдәләүенсә, шуға ҡарамаҫтан, ошо байлыҡты һаҡлау өҫтөндә даими эшләргә кәрәк. Дағстанда аэропортты баҫып алыуҙа бер төркөм белдекһеҙҙәрҙең ҡатнашы бар.
«Дағстан – лайыҡлы, көслө патриоттар йәшәгән һоҡланғыс төбәк. Бөгөн мәғлүмәт һөжүменең күбеһе Башҡортостанға, шул иҫәптән миңә тура килә. Дағстанда булған хәл бер телеграм-каналдың хәлде нисек бороп ебәрә һәм бының ниндәй ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтерә алыуын күрһәтте. Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн айырыуса Башҡортостанға, шул иҫәптән миңә ҡаршы мәғлүмәт һөжүме алып барыла. Көслө һөжүм бара, ул яҡта ла аңра кешеләр ултырмай бит. Украинаның элекке оборона министрының башҡорттар, татарҙар, рустар араһында низағ тыуҙырырға теләгән хатын хәтерләйһегеҙ бит. Уларҙың эше бер секундҡа ла туҡтамай», - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Палестина халҡына 20 тоннанан ашыу гуманитар ярҙам һәм 1,5 миллион һумдан ашыу йыйҙы, тип билдәләне республика етәксеһе.
«Әле Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, сөнки иң ҙур проблема - йөк алып барыу. Беҙ ҡасаҡтарға үҙебеҙҙең биләмәне тәҡдим иттек. Шулай дөрөҫ булыр», - тине Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.