

3 декабрҙә Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында Башҡортостан Республикаһы көнө ойошторола.
«Был республикабыҙҙы танытыу, пландарыбыҙ менән уртаҡлашыу өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек. Быларҙың барыһы ла республикабыҙҙы үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш», - тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.
Радий Хәбиров ҡатнашлығында Республика көнөн асыу тантанаһын көндөң беренсе яртыһында уҙғарыу планлаштырыла.
Республиканың тематик көнөндә киң мәҙәни программа ла тәҡдим ителә. Мәҫәлән, был көндө ВДНХ ҡунаҡтарын «Терра ҡыш» фестивале, «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проекты менән таныштырыу, башҡорт биҙәүестәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ башҡорт деликатестары көтә. Бынан тыш, Башҡортостан көнө сиктәрендә республиканың күләмле мәҙәни ваҡиғалары менән таныштырыу, ҡурай эшләү һәм унда уйнау, халыҡ бейеүе, башҡорт аш-һыуын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, башҡорт милли кейемен күрһәтеү һәм ҙур концерт программаһы ҡаралған.
6+


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.